logotype
  • image1 Творческое объединение "Артыш"
  • image2 Творческое объединение "Инзер"
  • image3 Творческое объединение "Чингизхан"
  • image4 Творческое объединение Сары Бия
  • image5 Творческое объединение Март

Башҡорт халҡының милли кейемдәре

Башҡорт халҡы элек-электән үҙенең оҫталары менән дан тотҡан. Милли кейемдәр  башҡорт халыҡ ижадының ҡомартҡыһы булып тора.


Традицион башҡорт кейеме- кешенең ниндәй милләттән икәнен асыҡ күрһәтеп тора. Боронғо милли кейемдәр башҡорттарҙың күсмә халыҡ икәнен, малсылыҡ менән шөғөлләнгәнен күрһәтеп  торған. Кейемдәрҙе төрлө туҡыманан, һарыҡ тиреләренән теккәндәр. Кейемдәрҙе теккәндә күберәк ҡыҙыл, йәшел, күк, ҡара төҫтәрҙе ҡулланғандар.
Башҡорт  ҡатын - ҡыҙ кейеме – ул халыҡ китабы.  Кейемдәренә ҡарап ҡатындың ҡайҙан икәнен, йәмғиәттә ниндәй урын тотҡанын,  ниндәй нәҫелдән, уларҙың сауҙагәрме, яугирмы икәнен билдәләп булған. Ҡатын кеше үҙенең ҡиәфәте менән бөтә тарихты һөйләй алған.
Башҡорт  ҡатын – ҡыҙ костюмының үҙәге булып төрлө биҙәүестәр менән биҙәлгән күлдәк тора.
Күлдәк аҫтынан төрөктәрҙеке кеүек тегелгән ыштан кейгәндәр. Күлдәк өҫтөнән тәңкәләр менән биҙәлгән камзул кейгәндәр. Кейемдәрҙе сигеп биҙәгәндәр.  Ҡара бәрхәт йәки сатин халаттарҙы, елән, бишмәттәрҙе башҡорттарға хас ҡыҙыл, йәшел, һары төҫтәр ҡулланып сигеп биҙәгәндәр.
Ҡатындарҙың күлдәгенең төп элементы булып түшелдерек торған, ул түштең асыҡ ерен ҡаплаған.  Түшелдеректәрҙең формалары төрлө ерҙә төрлөсә эшләнгән, оҙон, ҡыҫҡа, өсмөйөш, түңәрәк булған. Уларҙы төрлө узорҙар, тәңкәләр менән биҙәгәндәр.
Кейәүҙә булған ҡатындар ҡашмау кейгәндәр, ә ҡыҙҙар таҡыя. Йәш ҡыҙҙар йәй көндәре яланбаш йөрөгәндәр, ә олораҡ ҡыҙҙар, ҡатындар ситса яулыҡ ябынғандар.
Ҡыш көнө сәкмән, тун, толоп кейеп йөрөгәндәр.  Халат, тундар байрам комплектына ингән. Халаттарҙы төрлө төҫтәге узорҙар, тәңкәләр менән биҙәгәндәр. Байрам күлдәк, алъяпҡыстарын  биҙәлгән өй туҡымаларынан теккәндәр.

Аяҡ кейемдәрен күндән теккәндәр. (итек, башмаҡ, туфли, күн галош). Малсылыҡ менән шөғөлләнгән райондарҙа күн итектәрҙе бөтә өлкән кешеләр ҙә кейеп йөрөгән.
 Ирҙәр кейеме.  Башҡорт ирҙәре киң булмаған салбар менән күлдәк кейгәндәр. Өҫтәренә камзул йәки ҡафтан кейгәндәр. 
 Ҡыш көндәре ирҙәр һарыҡ тиреһенән тегелгән тун, толоп кейеп йөрөгәндәр. Ирҙәрҙең биҙәүес әйбере булып ҡайыш торған.  Көндәлектә ирҙәр төрлө биҙәүестәр менән биҙәлгән түбәтәй кейеп йөрөгәндәр, ололарҙың ҡара төҫтә, йәштәрҙең йәшел, ҡыҙыл, күк төҫтә булған.
Милли стилдәге заманса башҡорт костюмдары.
Башҡортостандың күпселек заманса модельерҙары үҙҙәренең коллекцияларын эшләгән ваҡытта  халыҡтың традицияларына таянып, традицион материалдар ҡулланып эш итәләр. (күн, бәрхәт, ебәк, йөн).
Бындай кейемдәрҙе театр, эстрада артистарына, музейҙарға, заманса кейенеүселәргә тегәләр.

2019  Виртуальный музей школы № 159  globbersthemes Шаблоны Joomla 2.5